6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2011 йыл, 14:06

БР Хөкүмәтендә юл хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде

автор: "Башинформ"

4 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Азамат Илембәтов рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә юл хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, юл хәрәкәте менән идара итеү буйынса интеллектуаль автоматлаштырылған системаның беренсе сиратын булдырыу ҙур ҡалалар урамдары һәм юлдарындағы транспорт коллапсы кеүек заман проблемаһына һөҙөмтәле яуап буласаҡ.

— Пермь крайында тейешле тәжрибә тупланған. Беҙ уны иғтибар менән өйрәндек, — тине республиканың баш автоинспекторы.

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров автомобиль юлдары сифаты буйынса борсоулы статистик мәғлүмәттәр килтерҙе.

— Әлеге ваҡытта төбәк-ара һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар буйынса норматив талаптарға яуап биргән юлдар өлөшө — 21 процент, ә урындағы әһәмиәттәге юлдар буйынса дөйөм оҙонлоҡтан 11 процент тәшкил итә, — тине Ильяс Мөниров.

Комитет рәйесе һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда ремонттан һуң 350 километрҙан ашыу юлдарҙы сафҡа индереү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта йыл һайын башҡарыласаҡ минималь ремонт күләме 1500 километрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Ильяс Мөниров хәбәр итеүенсә, әле 2030 йылға тиклем Башҡортостан республикаһында дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын үҫтереү һәм камиллаштырыу стратегияһы проекты әҙерләнә.  

Азамат Илембәтов бер нисә министрлыҡ һәм ведомстволарға республикала юл хәрәкәтен контролдә тотасаҡ күләмле видеомониторинг системаһын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.