5 декабрь, Дүшәмбе

04 июль 2011 йыл, 13:07

Рөстәм Хәмитов Екатеринбургта алдынғы медицина технологиялары менән танышты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев составындағы республика делегацияһы Екатеринбургта Өлкә балалар клиник дауаханаһы менән танышты.

Улар Перинаталь үҙәккә барҙы, ҡыйбатлы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бала табыуға ярҙам итеү һәм операция бүлексәләрен ҡараны.

Был үҙәк йылына 5 мең бала табыуға иҫәпләнгән. Көн һайын бында 16-17 сабый донъяға килә. Уның составында 5 операция һәм 15 бала табыу залы бар. Үҙәк составына  йөклөлөк патологияһы, интенсив терапия, сабыйҙар патологияһы һәм башҡа бүлеусәләр инә. Перинаталь үҙәк ресурстары патологиялары асыҡланған йөклө ҡатындар һәм сабыйҙарға иҫәпләнгән. Бар Свердловск өлкәһенән яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм ауырлы ҡатындарҙы бында ебәрәләр.

Рөстәм Хәмитов үҙәктә күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Бында ҡулланылған технологияларҙың күбеһе беҙҙең республикала ла файҙаланыла ала.