4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2011 йыл, 12:58

Башҡортостан делегацияһы Мәскәү һабантуйында ҡатнашты

автор: Сергей Захаров

Мәскәүҙә «Һабантуй-2011» гөрләп үтте. Тәүгә уны үткәреү урыны итеп Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығы һайланды.

Башҡортостан делегацияһын республика Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкләне.

— Һабантуйҙы хаҡлы рәүештә күршеләребеҙ йолаларын яҡшыраҡ белергә һәм халыҡтарҙы нығыраҡ берләштерергә ярҙам иткән халыҡ дипломатияһының мөһим элементтарының береһе тип әйтергә була. Кешеләрҙең был ябай аралашыуы нәтижәлә үҙ-ара файҙалы иҡтисади һөҙөмтәләргә әүереләсәк, — тине журналистарға интервьюла Азамат Илембәтов.

Һабантуй ҡунаҡтары өсөн Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү сәнғәт оҫталары сығыштарын, халыҡ һәм балалар уйындарын үҙ эсенә алған махсус программа әҙерләнде.

Майҙандарҙа милли көрәш буйынса ярыштар үтте, башҡорт тирмәләрендә байрам ҡунаҡтарының башҡорт халҡының традицион көнкүреше менән танышырға һәм милли ашамлыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкинселеге булды, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.