8 декабрь, Кесе йома

04 июль 2011 йыл, 12:16

Өфөлә Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Өфөлә бишенсе Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк. Ул 8 июлдә башланасаҡ «Рәсәйҙең киләсәге — әсәләр ҡулында» акция сиктәрендәге йомғаҡлау сараһы буласаҡ.

Акцияның ойоштороусылары ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләргә, закондар кимәлендә ғаиләне һаҡлау буйынса саралар комплексын ҡабул итергә, шулай уҡ ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да бойомға ашырыу өсөн шарттар булдырырға ниәтләй.

Ноябргә тиклем Рәсәй федераль округтарынды һәм субъекттарында конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар үтәсәк. Ноябрь уртаһына планлаштырылған әсәләр форумы был акцияның йомғаҡлау сараһы буласаҡ.

темалар: форумдар