10 декабрь, Шәмбе

04 июль 2011 йыл, 11:05

«Ике Рөстәм» рәсәйлеләрҙе һабантуй менән ҡотланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

«Ике Рөстәм» — Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов – Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишарин менән берлектә рәсәйлеләрҙе Федераль Һабантуй менән ҡотланы.

— Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар, һәм беҙ – «ике Рөстәм» ихлас күңелдән килдек, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Свердловск өлкәһендә йәшәгән яҡташтарҙың барыһына ла ҡайнар сәләм алып килеүе һәм республика үҫеше перспективалары хаҡында һөйләне.

Рөстәм Миңнеханов һүҙҙәренсә, ул да һабантуйҙағы бар милләт вәкилдәрен берләштереү өсөн «ике Рөстәмдең» килеүенә шат. Уның билдәләүенсә, һабантуй бөгөн 55 Рәсәй төбәгендә һәм донъялағы 23 илдә байрам ителә.

— Һабантуй – ул дуҫлыҡ байрамы, һәм ул лайыҡлы үтергә тейеш, — тине Рөстәм Миңнеханов.

Татарстан Президенты Александр Мишаринды«Свердловск өлкәһенең абсолют батыры» тип атап, уға тере һарыҡ бүләк итте.

Александр Мишарин Федераль Һабантуйҙың Урал ерендә, 140-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәгән Свердловск өлкәһендә үтеүенә шат булыуын билдәләне. Быйылғы йыл бөтә Рәсәй төбәктәре өсөн имен һәм уңышлы булыр, тигән ышанысын белдерҙе ул һәм Федераль Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә килгәндәре өсөн «ике Рөстәмгә» рәхмәт әйтте.  

— Беҙ берҙәм, һәм беҙ еңелмәҫ! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды губернатор.