5 декабрь, Дүшәмбе

04 июль 2011 йыл, 10:13

Башҡортостандың баш ҡалаһында эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультациялар үткәреләсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе июлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс индивидуаль консультация үткәрәсәк.  

Шулай итеп, 5 июлдә «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юрисконсульты Юлия Чебакова «Килешеүҙәрҙе нисек дөрөҫ төҙөргә» темаһына консультация үткәрәсәк.

13 июлдә «Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәбен алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына «Бизнес-партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева кәңәштәрен бирәсәк.

20 июлдә «Респект» хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов «Реклама. Өфөлә тауар һәм хеҙмәттәрҙе рекламалау» темаһына мәғлүмәт һәм кәңәштәре менән ярҙам итәсәк.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1, 201-се офис адресы буйынса үткәрелә. 241-47-44 телефоны аша алдан теркәлеү мотлаҡ.