6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2011 йыл, 9:40

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар артыуын дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ 0,1 процентҡа күтәрелде. Бөгөн ул 46,44 мең һум тәшкил итә. Бер бүлмәле фатирҙарға хаҡтар 0,1 процентҡа төштө. Башҡа сегменттарҙа хаҡтарҙың артыуы теркәлгән: ике бүлмәлеләр – 0,3 процентҡа, өс бүлмәлеләр — 0,1 процентҡа. Күп бүлмәле фатирҙар 0,2 процентҡа ҡыйбатланған.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ҡалала иң арзан бер бүлмәле фатир 1200 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Ушаков урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Был Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың майҙаны — 202,4 квадрат метр. Иң арзан бүлмә Губкин урамындағы йортта. Уның хаҡы — 550 мең һум, майҙаны – 11 квадрат метр. Бүлмә өсөн иң юғары хаҡ – 1350 мең һум: Пархоменко урамы, 26,2 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Уптыла урынлашҡан, майҙаны -  423 квадрат метр.