3 декабрь, Шәмбе

04 июль 2011 йыл, 8:47

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

2 июлдә Екатеринбургта Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе Хөкүмәттәре араһында иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Республикаһы яғынан килешеүҙе — Президент Рөстәм Хәмитов, Свердловск өлкәһенән губернатор Александр Мишарин имзаланы.

Александр Мишарин билдәләүенсә, яңы килешеү сәнәғәт, энергетика һәм транспорт системаһын үҫтереү өлкәһендә бер нисә ҙур проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.

— Свердловск өлкәһе менән Башҡортостанды элек-электән дуҫлыҡ ептәре бәйләй, — тине Александр Мишарин. – Беҙҙең төбәк биләмәһендә 50 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, һәм был – өлкәлә йәшәгән кешеләрҙең иң әүҙем өлөштәренең береһе. Беҙҙең төбәк иҡтисадтары электән бер-береһенә бәйле үҫешкән. Беҙ Башҡортостандан нефть эшкәртеү продукттары алабыҙ.

Губернатор һүҙҙәренсә, Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе берлектә һыуһаҡлағыстар төҙөү буйынса проекттарҙы ла бойомға ашырасаҡ. Свердловск өлкәһе республиканың туризм үҫеше буйынса тәжрибәһен дә үҙләштерергә ниәтләй.

Рөстәм Хәмитов, ике төбәк иҡтисади йәһәттән генә түгел, рухи һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр менән дә бәйле, тип билдәләне. Башҡортостандың төньяҡ райондары белем алыу һәм эш урындары өсөн әүәлдән Свердловск өлкәһенә тартыла.

— Беҙ килешеүҙе ысынбарлыҡтағы эштәр һәм проекттар менән тулыландырасаҡбыҙ,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Уның билдәләүенсә, ниндәй федераль округҡа инеүенә ҡарамаҫтан, Уралдың ике төбәге берлектә үҫешергә тейеш.