5 декабрь, Дүшәмбе

01 июль 2011 йыл, 18:26

Беҙҙең яҡташ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәһим Ситдиҡов яҡты донъя менән хушлашты

автор: Айҙар Хөсәйенов

Башҡортостандан сыҡҡан Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фәһим Ситдиҡов яҡты донъя менән хушлашты.

Фәһим Мөнәүир улы Ситдиҡов 1953 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районының Нарат Йылға ауылында тыуа. Ул режиссер Марсель Сәлимйәнов һәм Шәхсенем Әсфәндиәрованың уҡыусыһы була, 1975 йылдан Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрында эшләй.

Был ваҡыт эсендә артист татар һәм сит ил классик пьесаларында, заманса милли драмаларҙа 40-тан ашыу төрлө ролдәр уйнай.

темалар: хәтер