Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек продукттары арзаная

Иҡтисад

Республиканың ҡулланыусылар баҙары тотороҡланды, һәм ай һайын төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар кәмей. Йәйҙең тәүге айы ла ҡағиҙәнән ситләшмәне.

Аҙыҡ-түлек кәрзиненә ингән бер юлы өс продуктҡа хаҡтар ике тапҡырға төштө. Бер ай эсендә бер килограмм кәбеҫтәгә хаҡ 10 һумға кәмене, һәм хәҙер ул 24,66 һум тәшкил итә. Бер килограмм ҡыярға хаҡ 73-тән 42 һумға (икеләтә тиерлек) төштө. Йомортҡаның ун данаһы өс һумға арзанайҙы. Белгестәр йәшелсәләргә миҙгелле хаҡтар кәмеүен билдәләй, ул көҙгә тиклем дауам итәсәк.

Статистиктар мәғлүмәтенә ярашлы, бер айҙа шәкәр бер һумға тиерлек арзанайҙы. Уға һорау күтәрелһә лә, хәҙер шәкәрҙең бер килограмы 37,01 һум тора. Сөнки баҡсала ер еләге өлгөрҙө, сиратта ҡышҡылыҡҡа ҡурай еләгенән ҡайнатмалар әҙерләү тора.

Июндә һыйыр итенә хаҡ ике һумға ҡыйбатланды, һәм хәҙер бер килограмм иттең хаҡы республика буйынса уртаса 225,99 һум тәшкил итә. Мул һөт осоро ҡыҙған мәл булһа ла, һөт аҙыҡтарына хаҡтар яңы ғына төшә башланы, һәм уның һатып алыу хаҡы байтаҡҡа кәмене.

Ҡулланыусылар кәрзиненә ингән төп аҙыҡ-түлек продукттарының картуф һәм кишерҙән башҡа бөтә төрҙәре буйынса хаҡтар түбәнәйеүе күҙәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть