Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Мәләүездә тәүге социаль туристик маршруттар асылды

Йәмғиәт

Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһы территорияһында социаль туризмды үҫтереү буйынса пилот проекты старт алды. Оло йәштәге һәм инвалид туристар республика, Рәсәй һәм сит ил буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеген аласаҡ. Мәләүездә сциаль туристар өсөн беренсе туристик маршруттар ойоштороуҙың инициаторы булып ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә К.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының филиалы сығыш яһаны. Район хакимиәте, Мәләүез автотранспорт предприятиеһы ярҙамында ҡалаларын бала саҡтан белгән беренсе «сәйәхәтселәр» үҙҙәре өсөн уны ҡайтанан асты. 1812 йылғы Ватан һуғышына китеүсе башҡорт яугирҙарының тупланған урыны — бөйөк Көнгәк тауы,  тарихи архитектура ҡомартҡылары, Бөйөк ватан һуғышында, ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл, «Толпар» ат-спорт комплексы, Мәләүездең тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – быларҙың барыһын да оло йәштәге туристар үҙ күҙҙәре менән күрҙе.  

«Башинформ» агентлығына Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Елена Мазиеваның хәбәр итеүенсә, иң әүҙем, эмоциональ һәм ҡыҙыҡһыныусан булараҡ, Мәләүез һәм Ергәндән йыйылған беренсе социаль туристар ҡатын-ҡыҙҙар булды. «Мотлаҡ тағы барасаҡбыҙ. Беҙҙең районда матур урындар шул тиклем күп. Ә хаҡлы ялдағы тормош — быны беҙ хәҙер яҡшы аңлайбыҙ, яңы башлана ғына», -  ти күргәҙмә экскурсияла ҡатнашыусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть