7 декабрь, Шаршамбы

01 июль 2011 йыл, 15:14

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан Премьер-министрҙарының эш осрашыуы үтте

автор: "Башинформ"

1 июлдә Өфөгә танышыу визиты менән Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры Илдар Халиков килде. БР Хөкүмәт Йортонда уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡабул итте.

Осрашыу барышында ике күрше республиканың иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге өлкәһендәге бихисап мәьәләләр тикшерелде.  

— Уҙған аҙнала Ҡазанда Халыҡ-ара ислам бизнесы һәм финанстары саммиты үтте. Тап шул ваҡытта мин Азамат Фәттәх улынан Өфөгә саҡырыу алдым, — тип хәбәр итте Илдар Халиков. — Был визиттар тәү сиратта беҙҙең туғандаш республикаларыбыҙҙың мәҙәни мираҫта ғына түгел, иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективаларында ла уртаҡ нәмәһе күп булыуын күрһәтә. Башҡортостан традицион рәүештә ҡеүәтле нефтехимия комплексы менән дан тота. Һәм ул һәр ваҡыт был өлкәлә танылған лидер булды.  Бөгөн Ҡазан бар йүнәлеш буйынса Өфө менән был хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер.

— Беҙҙең республикаларҙы иң тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. — Беҙгә нефть химияһы сәнәғәтендә генә түгел, машиналар эшләүҙә, агросәнәғәт комплексында ла был бәйләнештәрҙе артабан үҫтерергә кәрәк.

Визиты дауамында Татарстан Премьер-министры Илдар Халиков сәнәғәт объекттары менән танышты, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсия яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.