8 декабрь, Кесе йома

01 июль 2011 йыл, 15:21

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Якутияла халыҡ-ара варган музыкаһы конкурсында еңеүсе булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Донъя мәҙәниәте киңлегендә хомус» VII Когресс-фестивале сиктәрендә Якутияла үткән халыҡ-ара конкурсында еңеүсе булды. Юғары кимәлдәге оҫталығы өсөн «Донъя виртуозы» исеме бирелде.

Конкурста йәмғеһе 500-гә яҡын кеше ҡатнашты, уларҙың утыҙлаға яҡыны – сит ил, шул иҫәптән Япония һәм Америка вәкиләдре, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, хомус (ҡумыҙ) йәки, Европала һәм Америкала әйтелеүенсә, варган бар континенттарҙа тиерлек ҡулланылған боронғо музыкаль инструмент. Был сүкеш һәм һандал ярҙамында эшләнгән донъялағы берҙән-бер музыка ҡоралы, шуға күрә Якутияла уҙғарылған ҡумыҙ байрамына был ҡоралда уйнаусы музыканттар ғына түгел, тимерлек эшенең иң маһир оҫталары ла килде. Уларҙың тырышлығы менән уникаль үҙенсәлектәргә эйә булған варган булдырыла. Был бәләкәй генә музыка ҡоралы гитара тауышынан алып тормоз шығырлауына тиклем йән төрлө тауыштар сығарыуға һәләтле. Уның тауыш сығарыу диапозоны шул тиклем киң, хатта хомуста уйнаусы вальс, фокстрот, мазурканы ла уйнай ала.

Элек шамандар варганды төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған. Хәҙерге ғалимдар уның шифалы үҙенсәлектәрен раҫлай. Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, варган музыкаһы стресты баҫа һәм нервыларҙы тынысландыра. Якутскиҙа хатта Донъя халыҡтары хомусы музейы ла бар, унда ҡырҡтан ашыу илдән бер меңдән артыҡ варган тупланған.