6 декабрь, Шишәмбе

01 июль 2011 йыл, 14:11

Башҡортостан аграрийҙары Чехияла үткән Малсылыҡ буйынса милли күргәҙмәлә төбәктең инвестицион потенциалын күрһәтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге» дәүләт учреждениеһы директоры Андрей Дубинин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Чехия Республикаһының Брно ҡалаһында үткән LIVESTOCK-2011 малсылыҡ һәм ауыл хужалығы техникаһы буйынса милли күргәҙмәһенә барып ҡайтты.

LIVESTOCK-2011 малсылыҡ һәм ауыл хужалығы техникаһы буйынса милли күргәҙмәһе сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының Чехия Республикаһы менән хеҙмәттәшлегенең актуаль мәсьәләләре» түңәрәк өҫтәле үтте. Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәте буйынса, унда Чехия Ауыл хужалығы министрлығының коммуникациялар һәм тикшеренеүҙәр бүлеге етәксеһе Эмених Вацек, Чехия Республикаһының Ауыл хужалығы палатаһының президент советнигы Ян Загорка, Аzet Чехия ауыл хужалығы һәм урман техникаһын әҙерләүселәр һәм етештереүселәр Ассоциацияһы секретариаты директоры Ян Бенджа, эре малсылыҡ компаниялары етәкселәре ҡатнашты.

Андрей Дубинин Башҡортостан ауыл хужалығы комплексының экспорт һәм инвестицион потенциалын презентацияланы. Презентация барышында инвестицион проекттарҙа Чехия яғынан әүҙем ҡатнашлығы мәсьәләләре ҡаралды. Доклад ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Осрашыу барышында эшлекле бәйләнештәр булдырылды.

Чехия Республикаһына визит барышында башҡорт делегацияһы һауын һәм һуғым малы, ҡош-ҡорт үрсетеү буынса фермер хужалыҡтарын күрҙе, MILTRA предприятиеһында сыр етештереү менән танышты.