Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә грузин йәкшәмбе мәктәбе асыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә грузин теле түңәрәге асыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Шота Руставели» грузин милли- мәҙәни үҙәге рәйесе Давид Гурешидзе хәбәр итте. Был маҡсатта Грузияның Мәғариф һәм фән министрлығы грузин теле әсбаптары ебәргән дә инде. Шулай уҡ Грузияның Мәҙәниәт министрлығынан да китаптар алынған.

— Түңәрәкте быйыл сентябрҙә асыу планлаштырыла. Грузин телен теләге булған һәр кем өйрәнә аласаҡ. Ә перспективала йәкшәмбе мәктәбен асырға ниәтләйбеҙ, телде, әҙәбиәтте, тарихты, милли музыка менән бейеүҙәрҙе, Грузия мәҙәниәтен өйрәнергә теләгән һәр кеше унда уҡый аласаҡ, — тип һөйләй Давид Гурешидзе.

Үҙәк рәйесе билдәләүенсә, бөгөнгө көндә бина булмауы төп проблема булып тора.

— Был мәсьәләлә беҙ Башҡортостандың Мәғариф министрлығына өмөт бағлайбыҙ. Беҙҙең уйыбыҙса, йәкшәбе көндәрендә дәрестәр үткәреү өсөн Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһенән кабинет бүленеүе иң уңайлы вариант булыр ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть