Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда пенсионерҙарҙы уҡыу һәм сәйәхәт итеү көтә

Йәмғиәт

«Ижтимағи электрон гәзит»тә республика Президентының онлайн-конференцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе «Халыҡ университеттары» программаһының ыңғай һөҙөмтәләре хаҡында әйтеп үтте һәм пенсионерҙар менән эшләү дауам ителәсәкме, тип ҡыҙыҡһынды. Кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, уның йәмғиәт менән бәйләнеше өҙөлөргә тейеш түгел, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов, «шуға күрә беҙ яңы мөмкинлектәр тәҡдим итәбеҙ». Өсөнсө быуын университеттарынан тыш, «социаль туризм» программаһы әҙерләнә. Әлегә төп йүнәлеш – райондарҙан Өфөгә. Сит илдәрҙе үҙләштереү планлаштырыла: Литва туристары менән алмашыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Пенсионерҙар күрше ҡалаларға – Ырымбурға, Ҡазанға сәйәхәт ҡыла. «Был эште мотлаҡ арттыра барасаҡбыҙ»,— тине Рөстәм Зәки улы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть