11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июль 2011 йыл, 12:22

Рөстәм Хәмитов: «Минең өсөн иң мөһиме – кешеләр ышанысын аҡлау»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кешеләр ышанысын аҡлауҙы төп бурыстарының береһе тип иҫәпләй. Был хаҡта ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференция барышында хәбәр итте.

— Иң мөһиме, республика граждандарының миңә ышанысы юғалмаһын ине, — тине ул интернет ҡулланыусының, республика Президенты вазифаһында беренсе йыл эшләү йомғаҡтарын нисек баһалайһығыҙ, тигән һорауына яуап биреп.

Рөстәм Хәмитов үҙенең кешеләр өсөн, уларҙың мәнфәғәтендә эшләүен билдәләне.

— Бөгөн беҙҙең ҡулдағы, шул иҫәптән ағымдағы йылдың тәүге биш айындағы, йәмәғәт фекерен тикшереү һөҙөмтәләре дөйөм алғанда халыҡтың республика Хөкүмәтенә ышанысы булыуын күрһәтә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был ғәҙел, йәмғиәттәге күп һанлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән Хөкүмәт. Һәм минең өсөн иң мөһиме – был ышанысты аҡлау.