7 декабрь, Шаршамбы

01 июль 2011 йыл, 11:44

Өфөлә йыл аҙағына тиклем ундан ашыу балалар баҡсаһы булдырыласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда балалар баҡсаһы менән эштәр бик шәптән түгел, әммә был юҫыҡта эш алып барыла.

— Был оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәгән элекке мәсьәлә, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары менән онлайн-аралашыу барышында. — Хәҙер балалар баҡсаһына 60 меңгә яҡын бала үҙ сиратын көтә. Алдағы өс йылда балалар баҡсаларын төҙөүгә туғыҙ миллиард һум самаһы аҡса һалынасаҡ, 25-30 мең урын барлыҡҡа киләсәк. Өфөлә генә әлеге йылдың аҙағына тиклем ундан ашыу балалар баҡсаһы булдырыласаҡ, киләһе йылға беҙ уларҙың һанын арттырасаҡбыҙ. Шуға күрә ата-әсәләрҙән, зинһар өсөн, түҙеп тороғоҙ, тип үтенәм.