Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Истанбулда Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йортоноң яңы экспозицияһы асыласаҡ

Йәмғиәт

1 июлдә Истанбулда (Төркиә) «Топкапы» паркының төрки телле халыҡтар музей комплексы территорияһында Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йортоноң яңы экспозицияһы асыласаҡ. Уның бурысы – боронғо төрөк ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, шулай уҡ Башҡортостандың хәҙерге социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары менән таныштырыу.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йортоноң яңы экспозицияһын асыу – республика етәкселеге тарафынан йыл һайын үткәрелгән һәм инде йолаға әүерелгән мәҙәни сараларҙың бер өлөшө.

Музей экспозицияһы Башҡортостандың хәҙерге тарихы, шул иҫәптән сәнәғәт тармаҡтары, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, спорт, республиканың ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы менән хеҙмәттәшлеге буйынса яңы материалдарҙан ғибәрәт.

Музейҙың яңы экспозицияһын асыу Төркиә Республикаһында башҡорт халҡының традицион культураһын һәм сәнғәтен артабан пропагандалауға ҙур өлөш индерәсәк һәм уртаҡ төрки тамырҙарыбыҙ булған беҙҙең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйҙәр БР Мәҙәниәт министрлығында.

— Музей экспозицияһында Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, стратегик мөмкинлектәрен күрһәтеү беҙҙең илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ярҙам итәсәк. Башҡорт халҡы мәҙәниәтенең үҙәге булараҡ музей башҡорт-төрөк һәм Рәсәй-төрөк мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итәсәк, — тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть