5 декабрь, Дүшәмбе

01 июль 2011 йыл, 9:58

Башҡортостанда яңы Мәсәғүт ҡалаһы буласаҡ

автор: Людмила Терновая

Мәсәғүт ауылын ҡалаға әйләндереү һәм унда сәнәғәт үҙәген булдырыу планлаштырыла. Был 2011-2015 йылдарға Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫеше уртаса сроклы комплекслы Программаһы сиктәрендә эшләнгән бер-нисә проекттарҙың береһе. Һүҙ Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат муниципаль райондары хаҡында бара. Улар 200 меңгә яҡын кеше йәшәгән республика территорияһының 14 процентын биләй.

Төньяҡ-көнсығыш муниципаль райондары Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше кимәле буйынса ла, социаль-иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар кимәле буйынса ла артта ҡалыусыларҙан һанала. Уларҙа сәнәғәти-етештереү төп фондтарының 0,4 проценты ғына тупланған һәм республиканың бөтә сәнәғәте тулайым продукцияһының 0,5 проценты етештерелә. Төньяҡ-көнсығыш райондарында майҙандың 1 мең квадрат километрына иҫәпләгәндә сәнәғәти-етегтереү төп фондтарҙың тупланғанлығы уртаса республикалағынан 30 тапҡырға кәмерәк.

Мәсәғүтте ауылдан ҡалаға әйләндереү төньяҡ-көнсығыш райондарының сәнәғәт һәм халыҡтың мәшғүллеге үҫешенә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй аналитиктар.

Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мәсәғүттә республика юғары уҡыу йорттарының филиалдарын асыу, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән вуз филиалдары уҡытыусылары өсөн торлаҡ һәм дөйөм ятаҡтар төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ 120 урынға иҫәпләнгән Муниципаль-ара махсуслаштырылған медицина үҙәген төҙөү ҡаралған. Бындай учреждениеның булыуы үҙ ваҡытында бирелгән һәм сифатлы махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүгә, шулай уҡ халыҡтың ауырыүҙар һәм үлем һанын кәметеүгә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: программалар