Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 60 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды

Йәмғиәт

Республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

— Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тип мөрәжәғәт итте күп балалы әсәләргә Рөстәм Зәки улы. — Осрашып, һеҙҙең менән аралашҡанда, мин ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Һеҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағанһығыҙ, тормоштағы иң мөһим миссияны үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ. Республикала 34 меңдән ашыу ғаилә — күп балалы. Уларҙа 100 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Уларҙың хеҙмәт, үҙ-ара хөрмәт һәм ярҙам итеүҙең ҡәҙерен белгән ҙур ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүе яҡшы.  

Президенттың әсәйҙәргә һөйләүенсә, әлеге ваҡытта властар өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ер участкаларын бушлай биреү проектын әүҙем тикшерә:

— Һеҙ барығыҙ ҙа ошо категорияға инәһегеҙ. Бер генә бәлиғ балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ер ала алһын өсөн, законды камиллаштырыуға бер нисә ай ваҡыт талап ителәсәк.

Әсәйҙәрҙең төп проблемаларының береһе — балалар баҡсаһының етешмәүе.

— Был мәсьәлә кәйефебеҙҙе, иҡтисади күрһәткестәрҙе боҙа, — тип билдәләне

Рөстәм Хәмитов. — Әсәләр эшкә сыға, ғаиләһенә аҡса таба алмай. Алдағы өс йылға яңы балалар баҡсалары төҙөлөшөнә туғыҙ миллиард һум самаһы планлаштырылған, был 25-30 мең урын. Бизнсҡа һәм ведомстволарға бирелгән биналарҙың күп өлөшөн кире ҡайтарырға тырышасаҡбыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар йылы һүҙҙәре һәм дәүләт ярҙамы өсөн Президентҡа рәхмәтен белдерҙе. Тантана йола буйынса фотоға төшөү һәм сәй эсеү менән тамамланды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть