9 декабрь, Йома

30 июнь 2011 йыл, 14:31

Өфөлә эшһеҙҙәр һаны кәмей

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә йыл башы менән сағыштырмаса эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Ғинуарҙа уларҙың һаны 11 меңдән артыҡ булһа, хәҙер өс меңгә яҡын кәмерәк. Йыл башынан Өфөлә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 2,08 проценттан 1,71 процентҡа кәмегән. 30 июнгә мәғлүмәттәр буйынса баҙар хеҙмәтендә көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эш эҙләүселәр һанының вакансиялар һанына нисбәте 0,93 тәшкил итә. Иҫләтеп үтәйек, бер аҙна элек кенә был күрһәткес 0,66-ға тигеҙ ине.

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте түбәнәйтеү өсөн ҡалала хәҙер бер-нисә йүнәлештәге эш алып барыла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә. Улар араһында – эшһеҙҙәр һәм эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған кешеләр өсөн йәмәғәт эштәрен ойоштороу. Бынан тыш, был иҫәпкә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн стажировкалар ойоштороу, халыҡтың үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүгә ярҙам итеү, эшләмәгән кешеләр тарафынан шәхси эштәр асыу, инвалидтар, күп балалы ата-әсәләр өсөн яңы эш урындарын булдырыу, шулай уҡ декрет отпускыһында булған ҡатындарҙың квалификацияһын күтәреү инә.

Былар бөтәһе лә йыл аҙағынаса эшһеҙлек кимәлен 1,9 процентҡа кәметеүгә йүнәлтелгән, билдәләп үтелгән планканан ул әле үк түбәнерәк булһа ла. Шулай уҡ был саралар мөрәжәғәт иткән кешеләр араһынан дөйөм эшкә урынлашыу кимәлен 66,2 проценттан да кәм булдырмауға йүнәлтелгән. Әлегә ул 75,4 процентҡа тиң.