9 декабрь, Йома

30 июнь 2011 йыл, 13:58

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координацион советы халыҡҡа сығарыласаҡ кандидатураларҙы тикшерҙе

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәй» партияһының республика башҡарма комитетында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк Координацион советының сираттағы ултырышы үтте.

Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов ҡатнашты.

Ултырыш дауамында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координацион советы ағзалары РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың йәмәғәт ойошмалары менән күрһәтелгән кандидаттарҙы тикшерҙе.  Раҫланғандан һуң улар халыҡ араһында тауыш биреүгә тәҡдим ителәсәк. Халыҡ праймеризы еңеүселәре 3-4 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк партия съезында  «Берҙәм Рәсәй» кандидаттары булараҡ күрһәтеләсәк.

Совет ағзалары халыҡ фронтының ышаныслы кешеләренең эш планын да ҡараны. Төп функцияларҙың береһе – төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙы халыҡ менән тикшереү өсөн халыҡ йыйылыштарын үткәреү, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һайлауға алып барасаҡ халыҡ программаһына индереү өсөн тәҡдимдәр туплау тап уларҙың иңенә төшәсәк. Халыҡ фронтының ышаныслы кешеләре исемлегенә 13 кеше ингән. Уларҙың һәр береһе республикала киң билдәле һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары булып тора.