6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2011 йыл, 13:35

Республикала һауа торошоноң тағы ла эҫерәк булыуы көтөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда алдағы көндәр эҫе һәм ҡояшлы буласаҡ. Гисметео мәғлүмәте буйынса, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ плюс 27-30 градус тәшкил итәсәк. Төнгө ваҡытта термометр бағанаһы 13-15 градусты күрһәтәсәк.

Синоптиктар һауа торошоноң аҙна аҙағына тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡланасағын күҙаллай. Дүшәмбенән, 4 июлдән, башлап һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә, йәшенле ямғырҙар булыуы ихтимал.

темалар: һауа торошо