Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡышҡылыҡҡа тейешле кимәлдән 11% күләмендә бесән әҙерләнгән

Иҡтисад

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы темптары һиҙелерлек артты, тип билдәләй БР Ауыл хужалығы министрлығы. Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, республика буйынса 131 мең гектар майҙанда мал аҙығы культуралары сабылған, был планға ҡарата 12 процент. Дүртөйлө, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы райондарында 20 проценттан ашыу майҙанда береннсегә сабыу үткәрелгән.

Ҡышҡылыҡҡа 31 мең тонна бесән һәм 248 мең тонна сенаж әҙерләнгән, был 4 һәм 11 процентты тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бесән әҙерләүҙә Бүздәк районы аграрийҙары алдынғы урында. Улар  талап ителгәндән 22 процент күләмендә бесән йыйған. Сенаж буйынса иң яҡшы күрһәткестәр ейәнсураларҙа — 40 процент. Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары 1800 тоннанан ашыу бесән туплаған. Ауырғазылар, дүртөйлөләр, ҡырмыҫҡалылар, стәрлетамаҡтар һәм саҡмағоштар сенаж буйынса иң күп запас әҙерләгән — 15-23 мең тонна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть