Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөн Рәсәйҙә иҫтәлекле тимер аҡсаларҙың ике яңы төрө донъя күрҙе

Иҡтисад

Бөгөн тимер аҡсаларҙың яңы төрҙәре әйләнешкә инде. 30 июндә Рәсәй банкы «Хәрби дан ҡалалары» — «Курск» һәм «Орел» серияһындағы иҫтәлекле тимер аҡсаларҙың ике төрөн әйләнешкә сығарҙы, тип хәбәр итә РФ Үҙәк банкыһының Сит ил һәм ижтимағи бәйләнештәре департаменты.

Тәңкәләрҙең ике төрөнөң дә номиналы 10 һум, улар һары төҫтәге ҡыйбат булмаған металдан эшләнгән. Уларҙың уң яғы бер иш: унда «Рәсәй банкы» яҙыуы, аҡса номиналы һәм аҡса һуғыу йылы күрһәтелгән. Тәңкәләрҙең икенсе яғында береһендә Курск ҡалаһының гербы төшөрөлгән, түңәрәкләтеп «Хәрби дан ҡалалары» һәм «Курск» яҙыуҙары эшләнгән. Икенсеһендә тейешенсә Орел ҡалаһының гербы һәм «Хәрби дан ҡалалары» һәм «Орел» яҙыуҙары эшләнгән.

Тимер аҡсалар эмиссия программалары сиктәрендә һәр береһе 10 миллион дана менән сығарылған һәм түләүҙәрҙең бөтә төрҙәрендә лә ҡабул ителергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть