8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2011 йыл, 12:10

Людмила Шапкина һәм Азат Вәлиуллин РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһын Александр Калягин ҡулынан аласаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Мәскәүҙә тантаналы сығарылыш кисәһендә Мәскәү, Өфө, Екатеринбург, Ярославль һәм башҡа ҡалаларҙан Рәсәйҙең театр юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм уларҙың уҡытыусылары РФ Театр эшмәкәрҙәре союзының премияларын аласаҡ.

РФ Театр эшмәкәрҙәре союзының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш уҡыусыларын һәм уларҙың уҡытыусыларын «Драма театры», «Ҡурсаҡтар театры», «Музыкаль театр» һәм «Балет артисы» номинацияларында бүләкләйәсәктәр.

«Драма театры» номинацияһында наградаларҙы Владимир Логвинов (Щукин исемендәге театр институты) һәм Азат Вәлиуллин (Өфө дәүләт сәнғәт академияһы), шулай уҡ Щукин исемендәге театр институты уҡытыусыһы Андрей Левицкий һәм Ярославль театр институты уҡытыусыһы Олег Нагорничных аласаҡ.

«Музыкаль театр» номинацияһында премиялар Урал консерваториһын тамамлаусы Ольга Пешковаға, Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлаусы Владимир Летуновҡа, шулай уҡ Урал консерваторияһының кафедра мөдире Павел Кобликка һәм РФ-ның халыҡ артисы, профессор, «Геликон-Опера» театрының художестволы етәксеһе Дмитрий Бертманға тапшырыласаҡ.

Ярославль театр институтынан Виктория Камальдинова һәм Екатеринбург театр институтынан кафедра мөдире Сергей Жуков «Ҡурсаҡтар театры» номинацияһы лауреаттары булды. Сергей Жуковҡа премия үлгәндән һуң бирелде.

Балет өлкәһендәге наградаларҙы Пермь хореография колледжынан Дмитрий Бояков һәм Ваганова исемендәге Рус балеты академияһынан Сергей Дубровин, шулай уҡ Пермь театр училищеһы уҡытыусыһы Юрий Сидоров һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы Людмила Шапкина аласаҡ.

Наградаларҙы файҙаланыуға алынған теплоход бортында Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, РФ-ның халыҡ артисы Александр Калягин тапшырасаҡ. Уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы ҡотларға башҡа билдәле коллегалар — Евгений Стеблов, Алексей Баталов, Михаил Ефремов, Максим Виторган, Андрей Житинкин һәм Евгений Стычкин да киләсәк.