Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы көрсөктән сығарыласаҡ

Иҡтисад

Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводын көрсөктән сығарырға кәрәк. Бөгөн был предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡас, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шундай маҡсат ҡуйҙы.

— Республика завод мәнфәғәтендә лоббист булып сығыш яһаясаҡ, — тине Президент, производство цехтарын ҡарағас.

Уның фекеренсә, был предприятиеның уңышлы үҫеше өсөн һәйбәт перспективалар бар, ләкин уның проблемаһы — Рәсәй баҙарындағы конкуренцияның юғары булыуында. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында етештерелгәнгә оҡшаш ҡорамалдар Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән килтерелә.  Шул уҡ мәлдә Ҡытай етештереүселәре менән хаҡтарҙа ярышыуы ҡыйын. Завод бер йыл алдан техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға 347 миллион һум һалып, үҙенең үҫешенә ҙур средстволар инвестициялаһа ла, иҡтисади көрсөк предприятие эшмәкәрлегенә ныҡ йоғонто яһаған.  

Рөстәм Хәмитов ҡойоу һәм йыйыу цехтарында, шымартыу участкаһында булды.

Республика башлығы фекеренсә, завод «Росатом» һәм «РусГидро» кеүек сәнәғәт гиганттарының поставкалаусыһы була ала.

Әйткәндәй, «РусГидро» «Альстом» менән берлектә Өфө эргәһендә бәләкәй энергетика өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы был заводты ла ҡорамалдар менән тәьмин итә ала. Перспективала был предприятие Өфө янында  сығарыласаҡ «DAF» йөк машиналары өсөн дә ҡорамалдар поставкалай аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть