10 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2011 йыл, 11:02

Августа Өфөлә Нанотехнологиялар конгресы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

23-25 августа Өфөлә Нанотехнологиялар конгресы үтәсәк. Конгресс сиктәрендә II махсуслаштырылған юғары технологиялар күргәҙмәһе, «Күләмле наноструктуралы материалдар: фәндән BNM инновацияларына-2011» өсөнсө халыҡ-ара симпозиумы, нанотехнологиялар үҫешенең төрлө йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм секция ултырыштары ойоштороласаҡ.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, республика Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты.

Конгресс эшендә донъяның төрлө илдәренән, шул иҫәптән Рәсәй, Украина, Германия, АҠШ, Япония, Ҡытай, Австрия, Төркиә, Көньяҡ Корея, Чехия, Иран, Бөйөк Британиянан алдынғы ғалим һәм белгестәр ҡатнашасаҡ. Нанотехнологиялар өлкәһендәге ҙур ғалимдарҙың сығыштары планлаштырыла. Был хаҡта БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы хәбәр итә.