8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2011 йыл, 10:47

Истанбулда башҡорт һабантуйы үтәсәк

автор: Алик Шакиров | автор фотоһы

Иртәгә, 1 июлдә, Истанбул ҡалаһында (Төркиә) сираттағы, иҫәп буйынса алтынсы, башҡорт һабантуйы үтәсәк. Унда БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Камилә Дәүләтова етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ҡатнашасаҡ. Өфө мэрияһында хәбәр итеүҙәренсә, делегация составында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимир Баязитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов, Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров һәм Совет районы хакимиәте башлыҡтары Салауат Сәғитов менән Салауат Бәхтийәров, Рәсәй Федерацияһының Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Каншаубий Мизиев бар.

Башҡорт һабантуйы йола буйынса Истанбулдың тарихи үҙәгендә, боронғо ҡаланың иң матур урындарының береһендә — бар донъяға билдәле Изге София ҡорамы менән Зәңгәр Мәсет янындағы Мехмет Акиф Эрсой исемендәге паркта үтәсәк. 2009 йылда Төрки мәҙәниәттәре үҙәгенең музейҙар комплексы биләмәһендә Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йорто асылған «Топкапы» паркы ла ошонда урынлашҡан.

Башҡорт һабантуйы-2011-ҙең төп ҡатнашыусылары – бихисап илдәрҙә танылыу яулаған «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле. Уның репертуарында 50-нән ашыу бейеү номерҙары бар, уларҙың нигеҙен республикала йәшәгән халыҡтарҙың бейеүҙәре тәшкил итә. «Мираҫ» ансембле хореографияһы башҡорт еренең байлығын һәм гүзәллеген сағылдырыусы милли колорит менән һуғарылған.  

Төркиәлә башҡорт һабантуйҙарын үткәреү Башҡортостан менән Төркиәнең мәҙәни хеҙмәттәшлегендәге традицион сараларҙың береһенә әйләнгән.