3 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2011 йыл, 10:29

«Бизнес-климат в России» журналының эксперттары Башҡортостанды эшҡыуарҙар өсөн уңайлы тип һанай

автор: Любовь Колоколова

Бизнес һәм эшмәкәрлек алып барыу өсөн әҙер майҙандарҙың күп булыуы һәм заманса технологик ҡорамалдар айҡанлы инвестиция яғынан сит ил капиталы өсөн Башҡортостан уңайлы булып ҡала. Шулай уҡ төбәктә технопарктар һәм бизнес-инкубаторҙар булдырыу буйынса юғары күрһәткестәр хәле һаҡлана килә. Республикала инновацион процесҡа, мәҫәлән, һалым льготаларын биреүҙә, адреслы ярҙам итеү үҫешкән.

Бындай мәғлүмәт «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында «ОПОРА-Кредит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығарған «Бизнес-климат в России» журналында килтерелгән.

«Күпселек төбәктәр өсөн кеүек үк республикала ла кадрҙар мәсьәләһе мөһим булып ҡала. Бынан тыш, бизнесмендар инновациялар индереүгә аҡсаны элеккесә кеүек үк ҙур теләк менән һалмайҙар. Республикала инновацион идеялары ҡулланылыш тапҡан эшҡыуарҙарға матди яҡтан ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе ҡулланылһа ла. Әммә эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаларын бойомға ашырыу мәлендә маҡсатлы средстволарҙың күпселеге урта бизнес үҫешенә йүнәлтелә. Иң күп эш урындары бында булдырыла, һалынған финанс ресурстары хәрәкәтен күҙәтеү еңелерәк. Шулай итеп, бәләкәй бизнес үҙ ҡарамағында ҡала килә», — тип һанай «ОПОРА-Кредит» эксперттары.

Был пропорцияһыҙлыҡты бөтөрөү һәм эшҡыуарлыҡты сифатлы яңы кимәлгә күтәреү өсөн Башҡортостанда 2020 йылға тиклем Бәләкәй бизнес үҫеше концепцияһы әҙерләнә. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш министры әйтеүенсә, документ ағымдағы йылдың аҙағынаса әҙерләнәсәк. Был концепция эшҡыуарлыҡ үҫешенең принциптарын билдәләү, сифатлы характеристикаларҙы һәм конкурентлыҡ мөхитен, шулай уҡ төбәктә дөйөм эшлекле климатты яҡшыртыу өсөн төп ориентир булып торасаҡ. Бынан тыш, Өфөлә шишәмбелә үткән «Бизнес-Уңыш-2011» конференцияһында Владимир Балабанов концепцияны тормошҡа ашырыу Башҡортостандың бәләкәй бизнесына инновацион булырға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.