6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2011 йыл, 9:56

«РусГидро» һәм «Альстом» Башҡортостанда гидротурбиналар заводы төҙөйәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Завод Рәсәй территорияһында ла, БДБ илдәренә лә поставкаланасаҡ ГЭС өсөн турбиналар һәм башҡа төрлө ҡорамалдар етештерәсәк, тип күҙаллана. Заводты сафҡа индереү 500-гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк һәм 2020 йылға тиклем республика ҡаҙнаһына 500 миллион самаһы һалым керемдәре бирәсәк.  

Джордж Рижинашвили хәбәр итеүенсә, был проектҡа кәм тигәндә 100 миллион евро инвестициялар һалынасаҡ. Шуларҙың 51 процентын — «РусГидро», ә 49 процентын француз яғы финанслаясаҡ. Заводтың производство майҙандары 22,1 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

— Перспективала янында ошондай тағы ике завод төҙөлөшөн тормошҡа ашырырға мөмкин, тип иҫәпләйбеҙ, — тине Джордж Рижинашвили. — Барыһы ла Украина, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың һәм илебеҙҙең башҡа яҡын күршеләренең гидроэлектростанциялар төҙөлөшөнә инвестициялар һалырға әҙерлеге менән билдәләнәсәк ихтыяждан тора.

Технологик кимәле буйынса Рәсәйҙә бындай заводтың әлегә аналогтары юҡ. Улай ғына ла түгел, «Альстом» компанияһының Рәсәйҙәге идарасы директоры Николай Жиро һүҙҙәренсә, ул әлеге ваҡытта компания составында бар донъяла эшләп килгән бөтә заводтар араһында заман талаптарына яуап биргән иң яңыһы буласаҡ.

«РусГидро» һәм «Альстом»дың яңы заводта эшләйәсәк белгестәрҙе уҡытыу буйынса махсус программаһы ла планлаштырылған. Уларҙы әҙерләүгә компаниялар 134 миллион һум самаһы тотонорға ниәтләй. Буласаҡ завод хеҙмәткәрҙәре «Альстом»дың Франциялағы, Бразилиялағы, Ҡытай, Һиндостан һәм Швейцариялағы ошондай уҡ предприятиеларында стажировка үтәсәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика был проектты уңышлы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына.

— Беҙ уңайлы шарттар – һалым преференциялары, эштәрҙе ойоштороуҙың уңайлы варианттарын булдырасаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов йәнә, завод сығарасаҡ ҡорамалдар Башҡортостандың бәләкәй энергетикаһы объекттарында ла әүҙем файҙалана ала, тип билдәләне. Әле үк яҡынса ошондай 30 машинаға ихтыяж булыуы хаҡында һөйләргә мөмкин.

Осрашыуҙа буласаҡ заводтың төп продукцияһы өсөн өҫтәмә компоненттар етештереү мөмкинлектәре лә тикшерелде. Бындай производство майҙансыҡтары сифатында Мәскәүҙәге «Тушино машиналар эшләү заводы» һәм Өфө менән Стәрлетамаҡтың бер нисә бәләкәй һәм урта предприятиелары ҡарала.

Өфө янындағы завод төҙөлөшө 2012 йылдың апрелендә башланасаҡ, тип күҙаллана. Беренсе сиратын 2012 йылдың ноябрендә тамамлау планлаштырыла, ә 2013 йылдың апрелендә завод эш башлай аласаҡ.