3 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2011 йыл, 8:27

«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә

автор: "Башинформ"

Бөгөн, 30 июндә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың онлайн-конференцияһы үтәсәк.

Конференция дауамында, 18.00-дән 19.00-гә тиклем, Башҡортостан Президенты  «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк. Бер сәғәт дауамында сайтта «Рөстәм Хәмитовтың интернет-конференцияһы» битендә  (http://www.i-gazeta.com/conference/bis.php) Рөстәм Хәмитовтың интернет селтәренән ҡулланыусылар менән аралашыуының видеотрансляцияһы алып барыласаҡ. www.i-gazeta.com сайтының «БР Президентына һорауҙар» http://i-gazeta.com/conference/index.php бүлегенә ингән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ. Һорауығыҙҙы бирер алдынан, уларҙы сайтта баҫтырып сығарыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ http://i-gazeta.com/conference/rules.php. Республика Президентының онлайн-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында ла сағылыш табасаҡ.