4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 18:03

Башҡортостан буйынса РФ һалым хеҙмәте: «Йәй – отпускылар һәм бурыстарҙы түләү ваҡыты»

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан һалым хеҙмәткәрҙәре бурыслы кешеләр менән эште әүҙемләштерә. Практикала раҫланыуынса, отпускылар миҙгеле – яй ҡуҙғалыусан һәм онотоусан кешеләргә бюджет алдындағы бурыстары тураһында иҫләтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт, түләмәүселәрҙең сит ил курорттарына бара алмауҙары ла мөмкин бит. Һалым хеҙмәткәрҙәре менән бергә рейдтар үткәргән суд приставтары бурыстары булған кешеләрҙе сит илгә сығармау хоҡуғына эйә.

Быйыл ғинуарҙан май айына тиклем бындай сит илгә сығыуҙы сикләү тураһындағы ҡарар  республиканың 2100-ҙән ашыу кешеһенә ҡарата ҡабул ителгән, тип хәбәр итә РФ суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Бурысты түләгәндән һуң да сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу өсөн ваҡыт кәрәклеген иҫтә тотоу зарур. Башҡарма документтарға үҙгәрештәр индереү менән бәйле рәсми эштәргә ике аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк.

Бюджетҡа түләүҙәр буйынса бурыстар тураһында 8-937-333-1233 номерына үҙеңдең һалым түләүсенең шәхси номерың (ИНН) менән СМС ебәреп йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияһында,  шулай уҡ РФ федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтындағы махсус сервис ярҙамында белергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.