4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 17:07

Рөстәм Хәмитов йәмәғәтселек фекере лидерҙары исемлегендә беренсе урында килә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

29 июндә, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһы идараһының һәм ауыл биләмәләре палатаһының киңәйтелгән ултырышында йәмәғәтселек фекере лидерҙары исемлеге билдәле булды.

Беренсе булып унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың исеме күрһәтелгән. Артабан ете район хакимиәте башлығы һәм ике муниципаль район Советы рәйесе килә.  

Лидерҙар исемлеге уларҙы «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты» федераль кандидаттар исемлегенең төбәк төркөмө составында РФ Дәүләт Думаһы депутатлығына тәҡдим итеү маҡсатында төҙөлгән.