5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 16:58

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында республика делегацияһының Ҡазанға визитына әҙерлек башланды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика предприятиеларын «Нефть. Газ. Нефтехимия» XVIII Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыра. Күргәҙмә Ҡазанда 7-9 сентябрҙә үтәсәк. Сара Татарстан Республикаһы Президенты, Татарстан Республикаһы Хөкүмәте, Ҡазан ҡалаһы мэрияһы ярҙамында, шулай уҡ «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында һәм ҡатнашлығында уҙасаҡ.

Әйтеп үтергә кәрәк, Татарстан предприятиелары Өфөлә үткәрелгән шундай уҡ «Нефть. Газ. Нефтехимия» күргәҙмәһендә традицион рәүештә ҡатнашып тора.

Ҡазанда үтәсәк күргәҙмә Волга буйы төбәктәренең нефть һәм химия тармаҡтары предприятиеларына яңы технологиялар һәм ҡорамалдар индереүгә, иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм фәнни потенциалды үҫтереүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Республикалар хеҙмәттәшлеген үҫтереү маҡсатында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы күрһәтелгән һәм төбәктең предприятиелары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған коллектив экспозиция ойошторасаҡ.