4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 16:07

Константин Толкачев Волга буйы федераль округының закондар сығарыусылар ассоциацияһы ултырышында ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев XXVII РФ Волга буйы субъекттары ҡануниәт (вәкәләтле) органдары ассоциацияһының ултырышында ҡатнашасаҡ. Сара 30 июндә Ижевск ҡалаһында үтәсәк.

Ултырышта туризм өлкәһе үҫешен закондар йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләләре, шулай уҡ Волга буйы төбәктәренең федераль маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу тәжрибәһен ҡарау планлаштырыла. Өлгө сифатында «2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт үҫеше», шулай уҡ «2010-2015 йылдарға Рәсәйҙең транспорт системаһы үҫеше» федераль маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу барышы тураһында хәбәр ителәсәк.