3 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2011 йыл, 15:40

Башҡортостанда минераль мамыҡ етештереү буйынса заманса завод сафҡа индерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 29 июндә, Благовещенскиҙа «Ағиҙел» йылылыҡ үткәрмәй торған материалдар заводын рәсми рәүештә сафҡа индереү тантанаһы үтте. Заманса төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятиены асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Бер нисә аҙна завод эшкә көйләү режимында эшләгән, хәҙер ҙур күләмдә продукция сығара башланы.

— Заводты сафҡа индереү — республика тормошондағы мөһим ваҡиға, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Был яңы эш урындары, хеҙмәт хаҡы алыу өсөн яңы мөмкинлектәр, яңы һалымдар – беҙҙең өсөн иң мөһим нәмәләр, беҙ башҡарған эштәрҙең төп маҡсаты.

Иҡтисади көрсөк тамамлана, үҫешеүсе сәнәғәткә яңы төҙөлөш материалдары кәрәк, һәм Благовещенскиҙа яңы производствоны эшкә ҡушыу менән тармаҡ үҫеше ярайһы йылдамыраҡ китәсәк. Федерация Советы ағзаһы, ошоға тиклем завод төҙөлөшөн етәкләгән Анатолий Бондаруктың әйтеүенсә, «Ағиҙел»дең ҡеүәте — 60-70 мең тонна минераль мамыҡ. Башҡортостан төҙөлөш индустрияһының был материалға ихтыяжы – йылына яҡынса 100 мең тонна. Тимәк, предприятие республика баҙары ихтыяжын 60-70 процентҡа тәьмин итә аласаҡ.

Башҡортостан Президенты сеймал тейәүҙән алып әҙер продукцияны төрөүгә тиклем барлыҡ этаптарҙағы производство технологияһы менән танышты. Словения һәм Данияның заманса юғары технологиялы ҡорамалдары тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған.  

Рөстәм Хәмитов бында файҙаланылған сеймал менән ҡыҙыҡһынды. Уның урында табылыуы асыҡланды. Базальт Благовещенскиға Абҙаҡ карьерынан килтерелә. Һуҙылыусанлығын арттырыу өсөн уға доломит ҡушыла. Белгестәр был процесты подшивтовка тип атай.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов яңы материалдың экологик яҡтан таҙалығын баһаланы. Составындағы тәбиғи сеймалы арҡаһында, был күрһәткестәр буйынса минераль мамыҡтың быяла сүсле мамыҡҡа ҡарағанда бер нисә өҫтөнлөгө бар.

Президент яңы производствола продукция сифатын контролдә тотоу һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән ҡыҙыҡһынды. Махсус заманса лаборатория, сеймалдан башлап, производствоның һәр этабын контролдә тота. Әҙер продукцияны ла тикшерәләр, ләкин был юлы йылылыҡ үткәрмәү сифатын баһалайҙар. Һәм ул түбән булған һайын, изделие сифаты ла юғары була. «Ағиҙел» 3 — 7 микрон ҡалынлығындағы минераль мамыҡ плиталар сығара. Линия әле генә эшкә ҡушылған, ә коллектив технологияларҙы камиллаштырыу маҡсатында яңы ҡыҙыҡлы ысулдар эҙләй. Атап әйткәндә, әлеге ваҡытта биологик яҡтан тарҡатыласаҡ сүс сығарырға мөмкинлек биреүсе тәбиғи материал эҙләү менән шөғөлләнәләр.