5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 15:23

Өфөлө йәштәрҙең профессиональ белемен арттырыу мәсьәләһе ҡарала

автор: Людмила Терновая

Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә ЮНЕВОК төбәк селтәре эксперттарының халыҡ-ара осрашыуы бара. Сара 2010-2015 йылдарҙа профессиональ-техник белем алыуға ярҙам күрһәтеү буйынса ЮНЕСКО-ның яңы стратегияһын бойомға ашырыу маҡсатында үткәрелә. Йәштәрҙең профессиональ белемен арттырыу һәм профессиональ йүнәлешен үҙгәртеү мәсьәләһе БДБ илдәре өсөн актуаль булғанлыҡтан ЮНЕВОК проекты айырыуса әһәмиәткә эйә була башланы. Ул профессиональ-техник белем алыу системаһын реформалау өлкәһендә халыҡ-ара тәжрибә туплау мөмкинлеген бирә. ЮНЕВОК селтәре 1992 йылда булдырыла. Ул 150-нән ашыу илдәге үҙәктәрҙе берләштерә. Тормошҡа ашырылған проекттың идеяһы – профессиональ-техник белем алыу һәм әҙерләү өлкәһендә алдынғы тәжрибәләрҙе ҡулланыу. Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгән сара – ЮНЕВОК проекты сиктәрендәге эшкә үҙенсәлекле йомғаҡтар яһау һәм алдынғы эшләнмәләрҙе туплау. Алдағы өс көн барышында белгестәр үҙҙәренең эшләнмәләре менән таныштырасаҡ, һәм шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

— Был сара БДБ илдәре мәғариф министрҙары кәңәшмәһенең ҡарарына ярашлы һәм уны үтәү айҡанлы үҙғарыла, — тип белдерә Мәскәүҙәге ЮНЕСКО кластер бюроһының мәғариф буйынса программа белгесе Алишер Умаров. — Әлеге сараның һөҙөмтәләре хаҡында киләһе шундай уҡ конференцияла әйтеләсәк. Шулай уҡ киләһе йылдың ғинуар айында Пекин ҡалаһында (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) профессиональ-техник белем алыу мәсьәләләре буйынса Бөтә донъя Когресы үтәсәк. Шуға ярашлы беҙ әле перспектива өсөн ниндәйҙер нигеҙ булдырабыҙ.

Рәсәйҙә техник һәм профессиональ белем алыу буйынса үҙәктәр һаны өсәү. Хәҙер бындай үҙәктең Башҡортостанда ла булдырылыуы тураһында һорау ҡарала.

темалар: юнеско