7 декабрь, Шаршамбы

29 июнь 2011 йыл, 14:21

Өфөлә яңы логистик үҙәктәр асыу планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә бер-нисә логистик үҙәк төҙөү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр ҡаланың архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығында.

Үҙәктәр киләһе урындарҙа төҙөләсәк:

— Гвардейская урамы «Шакша» сәнәғәт зонаһында, яҡынса майҙаны 25 гектар; объект заказсыһы – «Башҡорт төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

— «Һамар-Өфө-Силәбе» трассаһы буйлап, «Жилин» һәм «Зинин» торлаҡ массивтары араһында, яҡынса майҙаны 48 гектар; заказсыһы  - «Логопарк Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

— «Һамар-Өфө-Силәбе» трассаһы буйлап, «Жилино» һәм «Зинино» торлаҡ массивтары араһында, «Зинин»дан төньяҡҡарак, яҡынса майҙаны 80 гектар. Ер участкаһы арендаһы килешеүен төҙөүгә хоҡуҡ һатыу буйынса сауҙа ойоштороу өсөн документтарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Күсемһеҙ милек үҙәге» юллаясаҡ.

Бынан тыш, «Өфө. Генераль планға төҙәтмәләр индереү» проекты тарафынан Турбаслыға юл менән Бөрө юлы киҫешкән урын янында Бөрө юлы буйлап нефть ташый торған терминалдар һәм төҙөлөш материалдары складтар комплекстарын урынлаштырыу ҡаралған. Шулай уҡ Дим районына ингән ерҙә, Өфө районы территорияһында урынлашҡан элекке «Башторг» базаһы участкаһында сауҙа терминалын урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр бирелде. Өфө районын территориаль зоналарға бүлеү проекты тарафынан логистик үҙәкте «Шакша» сәнәғәт зонаһына көнсығыш яҡтан тоташҡан, полицияның контроль-үткәреү пункты артындағы ер участкаһында урынлаштырыу ҡаралған.