11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 12:45

Өфөләге «ИКЕА»ның асылыуы 25 авгусҡа билдәләнгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«ИКЕА» сауҙа үҙәген асыу 25 авгусҡа планлаштырылған. Был хаҡта Рәсәйҙәге «ИКЕА»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Башҡа магазиндар әҙерлек кимәленә ҡарап асыласаҡ, һәм йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ИКЕА»ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлагҡа  Өфөләге «МЕГА» үҙәген сафҡа индереүгә рөхсәт ҡағыҙы тапшырҙы.

— «ИКЕА»ның асылыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды, һәм был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, әлбиттә, — тип билдәләне Пер Вендшлаг. — Беҙҙең проектҡа Башҡортостан етәкселеге тарафынан ярҙам булыуын юғары баһалайбыҙ һәм «ИКЕА»ны асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Рөстәм Хәмитовты күрербеҙ, тип ышанабыҙ. Беҙҙең миссия – кешеләрҙең көндәлек тормошон яҡшыға үҙгәртеү. Башҡортостандың баш ҡалаһында «ИКЕА» магазины асылғандан һуң һәр йорттағы меңләгән кеше был ыңғай үҙгәрештәрҙе тойор, тип ышанам.