Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары араһында Рөстәм Хәмитовтың рейтингы күтәрелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегендәге үҙенең рейтингын күтәрҙе. «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән 2011 йылдың майындағы тикшеренеү йомғаҡтары шундай.

Ағымдағы йылдың апрель айындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда (ул ваҡытта Рөстәм Хәмитовтың позицияһы 3,83 балл менән баһаланғайны), майҙа был коэффициент артты һәм 3,93 балл тәшкил итте. Башҡортостан Президенты «көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк етәкселәре исемлегендә алдынғы урынға сыҡты һәм апрелдә биләгән туғыҙынсы урындан һигеҙенсегә күсте, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть