Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө сәнғәт академияһы студенттары Италияла үткән халыҡ-ара конкурс еңеүселәре иҫәбендә

Йәмғиәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары аккордеон, баян, фортепианола уйнаусы йәш башҡарыусыларҙың «Пианелло Валь Тидонэ»  халыҡ-ара музыкаль конкурсында тулы бүләктәр комплектын яуланы. Сара Италияның Пианелло ҡалаһында үтте.

«Башинформ» агентлығына Сәнғәт академияһында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың I премияһына «Аккордеон. Баян» номинацияһында Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 1 курс студенты, аккордеонсы Жен ХеИн лайыҡ булды. Шул уҡ номинацияла III премияға 3 курс студенты Алмагөл Лоҡманова (профессор Рәжәп Шәйхетдинов класы) эйә булды.

Конкурстың II премияһына «Фортепиано» номинацияһында 1 курс студенты, пианинст О-Южин (профессор Рөстәм Шәйхетдинов класы) лайыҡ булды. Сараның бүләктәр тапшырыу тантанаһы боронғо ҡәлғәлә үткәрелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть