4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2011 йыл, 10:00

Лариса Кучина РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

автор: Әлим Фәйезов

Рәсәй юстиция министры Александр Коновалов приказы менән РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының яңы начальнигы итеп бығаса Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса өлкән ярҙамсыһы булып эшләгән Лариса Кучина тәғәйенләнде. Идаралыҡтың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Лариса Кучина үткән йомала вазифаларын үтәүгә тотонған. Идаралыҡ коллективын уның менән Рәсәй юстиция министры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Европа Судындағы кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Георгий Матюшкин таныштырҙы. Ул Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе һәм бынан ары ла эшмәкәрлектең бөтә төп йүнәлештәре буйынса дәүләт функцияларын шулай уҡ һөҙөмтәле башҡарыу кәрәклеген билдәләне.