10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2011 йыл, 10:26

Башҡортостанда ике башҡорт-америка йәйге лагеры эшләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Быйыл йәй Башҡортостанда тәүгә ике башҡорт-америка лагеры эшләй башланы. Йәйге инглиз теле лагеры эшендә Өфө уҡыусылары менән бергә Салауат ҡалаһының 10 уҡыусыһы ла ҡатнаша. Салауат ҡалаһы уҡыусылары өсөн бындай уникаль мөмкинселек Америка ҡушма штаттарының Мәскәүҙәге илселеге, АҠШ-тың Екатеринбургтағы Генераль консуллығы ярҙамында һәм БР Мәғариф министрлығы, Өфө һәм Салауат ҡалалары хакимиәттәре һәм мәғариф бүлектәре ҡатнашлығында Америка-Башҡорт интерколледжы халыҡ-ара коллективы менән булдырылған.

Был мәғариф проектын Салауат ҡалаһында ҡулланылышҡа индереү инициаторҙарының береһе – 1-се ҡала лицейының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлиә Шәйхетдинова. Ул Салауат ҡалаһы инглиз теле уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе, республикала һәм илдә үткәрелгән халыҡ-ара мәктәп-семинарҙарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора. Уның башланғысы менән лицей даими рәүештә Рәсәйҙә халыҡ-ара академик алмашыуҙар программалары буйынса эшләгән сит ил педагогтары — тел белгестәре ҡатнашлығында сит тел уҡытыусылары өсөн семинарҙар ойоштора. Һәм сит ил педагогтарының лицейға килеп ҡайтыуҙары һәм Салауат ҡалаһы уларҙа һәр ваҡыт ҙур тәҫьораттар ҡалдыра.

Иҫкә төшөрөп китәйек, халыҡ-ара мәғариф проекты Башҡортостанда етенсе йыл бойомға ашырыла. Был программа сиктәрендә Өфө, хәҙер инде Салауат ҡалаһы уҡыусылары ла һөҙөмтәле уҡытыу модулдәре нигеҙендә инглиз телмәрен үҙләштерә, ә йәй көнө улар өсөн махсус ойошторолған лагерҙа ял итә. Унда уҡыусылар инглиз телендә аралашыуҙы камиллаштырыуға, мәҙәниәт-ара аралашыу оҫталыҡтарын һәм лидерлыҡ сифаттарын формалаштырыуға йүнәлтелгән тел буйынса тренингыларҙа, спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни-тәрбиәүи сараларҙа ҡатнаша. Бөйөк Британия һәм АҠШ педагогтары — тел белгестәренең йәйге инглиз теле мәктәбе эшендә ҡатнашыуы уҡыу программаһының мөһим өлөшө булып тора.

Америка-Башҡорт интерколледжы педагогтары әйтеүенсә, программа инглиз телен төплө өйрәнергә теләгән һәм мәҙәни-ара аралашыу менән ҡыҙыҡһынған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға һәм етемдәргә йүнәлтелгән.

Әйтергә кәрәк, проектта ҡатнашыусылар халыҡ-ара сертификаттар тапшырыла. Был сертификаттар уларҙы бөтә донъялағы АҠШ халыҡ-ара мәғариф программаларының күп һанлы сығарылыш уҡыусыларына тиңләй.