Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

«ИКЕА» август башында асыласаҡ

Иҡтисад

25 июндә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов IKEA-ның Рәсәйҙәге идарасы директоры Пер Вендшлаг менән осрашты. Осрашыу барышында бөтә донъяға билдәле сауҙа селтәре вәкиленә Өфөлә «ИКЕА» мегакомплексын сафҡа индереү тураһында ҡул ҡуйылған акт тапшырылды.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был объектты асыу буйынса эш күптән һәм ныҡышмал алып барылды.

— Күренеүенсә, тырышлығыбыҙ юҡҡа сыҡманы, маҡсатыбыҙға яҡынлаштыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов «ИКЕА» вәкилдәренә актҡа ҡул ҡуйыр алдынан. – Республика Хөкүмәте өсөн һеҙгә ярҙам итеү бик мөһим. Был эш намыҫлы һәм асыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булыуы менән әһәмиәтле. Беҙ Башҡортостандағы бизнесҡа һәр саҡ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.

Рөстәм Хәмитов, ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ шарттары булдырырға кәрәк, тип билдәләне.

— Бизнес юлындағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы алып ташлаясаҡбыҙ, – тип хәбәр итте республика башлығы. – Был бик ҡатмарлы, әммә кәрәкле эш. Һеҙгә уның өсөн ҙур рәхмәт. Был тәжрибә һеҙҙе сыныҡтырғандыр, тип уйлайым.

«ИКЕА»ның Рәсәйҙәге идарасы директоры Пер Вендшлаг комплексты ғәмәлгә индереүгә рөхсәтте раҫлаусы документ алыуҙары менән бик бәхетле булыуын белдерҙе.

—  Һуңғы бер нисә айҙа берлектә намыҫлы эшләй алыуыбыҙҙы иҫбатланыҡ, – тине ул. – Ышаныслы партнер булыуыбыҙҙы күрһәткәнбеҙҙер, тип уйлайым. Беҙҙең инвестициялар өсөн – был бик етди аҙым. Беҙ Рәсәйҙә ҡалабыҙ һәм бизнесыбыҙҙы үҫтерәсәкбеҙ.

Бынан тыш, Пер Вендшлаг, Өфө халҡы «ИКЕА»ның асылыуын күптән көтә, тип билдәләне.

— Беҙ продукциябыҙҙы һатып алыу мөмкинлеген генә түгел, шулай уҡ яңы эш урындары ла бирәбеҙ. «ИКЕА»ны август башында асыу планлаштырыла, – тине ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть