6 декабрь, Шишәмбе

28 июнь 2011 йыл, 17:09

Рөстәм Хәмитов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: "Башинформ"

Кесаҙна, 30 июндә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың онлайн-конференцияһы үтәсәк.

Конференция дауамында, 18.00-дән 19.00-гә тиклем, Башҡортостан Президенты  «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк. 30 июндә 17.45-тән башлап i-gazeta.com сайтына ингән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ. Һорауығыҙҙы бирер алдынан, уларҙы сайтта баҫтырып сығарыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ (http://i-gazeta.com/conference/rules.php).

Бер сәғәт дауамында беҙҙең сайтта Рөстәм Хәмитовтың интернет селтәренән ҡулланыусылар менән аралашыуының видеотрансляцияһы алып барыласаҡ. Президенттың интернет-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында ла сағылыш табасаҡ.