6 декабрь, Шишәмбе

28 июнь 2011 йыл, 16:46

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙе

автор: Людмила Терновая

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышы үтте.  Беренсе булып көн тәртибендә Башҡортостандағы Дөйөм Рәсәй Халыҡ Фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, шулай уҡ республикала «Халыҡ программаһы»н формалаштырыу сиктәрендә ышаныслы кешеләрҙең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт күрһәтелгәйне.    

Дөйөм Рәсәй Халыҡ Фронтының ышаныслы кешеләре яҡын арала йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙар үткәрәсәк. Был осрашыу һөҙөмтәләре буйынса бөгөн йәмғиәттә күҙәтелгән төп проблемалар асыҡланасаҡ, тимәк, уларҙы хәл итеүҙең оптималь юлдары билдәләнәсәк. Асыҡланған проблемалар һәм тәҡдимдәр партияның  «Халыҡ программаһы»на индереләсәк, тип күҙаллана.

Был мәғлүмәттәр, шулай уҡ, «Халыҡ бюджеты» проекты нигеҙен булдырасаҡ. Шулай итеп, яҡын киләсәккә төбәк бюджетын формалаштырыуҙа теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша аласаҡ.