8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2011 йыл, 15:51

30 июндә балаларҙың йәйге ялы мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

30 июндә РФ Президентының Башкортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялы мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.

Ҡабул итеүҙе РФ Президентының Башкортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Петр Капишников үткәрә.

Башлана — 16 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.