Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң бәләкәй бейеүселәре халыҡ-ара фестиваль лауреаттары булды

Йәмғиәт

Өфөнөң «Сюрприз» хореографик ансамбле «Болгария дуҫтары» Х халыҡ-ара ижади коллективтар фестивалендә «халыҡ бейеүҙәрендә өлкәндәр төркөмө» номинацияһында икенсе дәрәжәләге лауреат исемен алды.  

Фестиваль 20 — 27 июндә Болгарияла үтте. Унда  Мәскәүҙән, Екатеринбург, Ырымбур, Камчатканан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм ҡалаларынан килгән коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты. Фестивалдә  фольклор, халыҡ, эстрада, классик вокал, халыҡ, эстрада, заманса бейеүҙәр, драма, музыкаль, сәхнә пластикаһы театрҙары, цирк кеүек бөтөн жанрҙар ҙа күрһәтелде.  

Профессиональ сәхнәлә ижади сығыштар менән бер рәттән, бәләкәй ҡатнашыусыларға диңгеҙ буйындағы йәйге лагерҙа ял итеү мөмкинлеге лә бирелде.

Белешмә өсөн. «Сюрприз» ансамбле Өфөнөң Дим районындағы 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә 2001 йылда ойошторола. 2003 йылда ул Мордовияның Саранск ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста балалар сәнғәт мәктәптәренең хореография бүлексәләре араһында икенсе дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ була. 2009 йылда «Сюрприз»ға «Өлгөлө хореографик ансамбль» исеме бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть